Открытие мемориальной доски
Декабрь 9, 2024
Просмотров: 1
Бөгөн, йәғни,9 декабрь илебеҙҙең иҫтәлекле даталарының береһе булған Ватан геройҙары көнө уңайынан Оло Әбеш урта мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Ҡ.Х.Әхмәтшин исеменә мемориаль таҡтаташ асылды.Уны асыу тантанаһында геройҙың ейәнсәре Ибраһимова Рима Фәттәх ҡыҙы һәм уның туғандары,Оло Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Юнысов Таһир Мөғлетдин улы, мәғариф идаралығы методисы Теләуғолова Албина Ринат ҡыҙы, Хәйбулла районы Юнармия етәксеһе Ишемғолов Таһир Фәтих улы,Оло Әбеш урта мәктәбенең элекке директоры,ветераны уҡытыусы Сурин Фазылъян Айса улы,уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы геройҙың ейәнсәре Ибраһимова Рима Фәттәх ҡыҙына бирелде.Йыйылыусылар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.Мемориаль таҡтаташҡа митингыла ҡатнашыусылар сәскәләр һалды.Герой даны үлемһеҙ!